ЗНАЧИТ, КУЧКА ВАРВАРОВ ВО ГЛАВЕ 2-ГО ЛИЦА РЕСПУБЛИКИ ВЗЯЛИСЬ ЗА РАЗРУШЕНИЕ УНИКАЛЬНОГО ИСТОРИЧЕСКОГО ПАМЯТНИКА В МАСШТАБЕ ВСЕГО ЧЕЛОВЕЧЕСТВА. НАДО ПРЕСЕЧЬ ЗЛОЕ ДЕЯНИЕ СОВРЕМЕННЫХ ГЕРОСТРАТОВ! Бөтә Донъя Башҡорттар Ҡоролтайы
Башҡарма Комитеты (БДБҠБҠ) рәйесе
Юлдаш Мөхәммәт улы Йосоповҡа
Башҡарма Комитет ағзаларына
А С Ы Ҡ Х А Т.
Һеҙгә билдәле булыуынса, 2007 йылда Өфөлә профессор Н.А.Мәжитов етәкселегендәге археологтар тарафынан «Өфө - 2 ҡаласығы” ҡаҙып
табылғайны. Ул ваҡытта был ваҡиға бик ҙур тарихи асыш булды.
"Өфө - 2 ҡаласығы” территорияһы башҡаланың Вәлиди, Пушкин, Новомостовая, Воровский урамдары кварталдарын биләй.
Тарихсыларҙың раҫлауынса, был урында Паскерти исемле урта быуат ҡалаһы урынлашҡан булған. Ул ҡала 3-5 быуаттарҙан билгеле.
2011 йылда ошо “ Өфө – 2 ҡаласығы” территорияһы “Боронғо Өфө” исеме менән заповедникка әйләндерәлә.
2015 йылда республика етәкселеге тарафынан был ҡаласыҡ территорияһында музей комплексы төҙөү буйынса конкурс иғлан ителә.
Ләкин һуңғы йылдарҙа Башҡортостан етәкселеге был урында музей
комплексы төҙөргә тигән бурысын бөтөнләй онотто.
Хәҙерге ваҡытта Премьер – министр А. Назаровтың күрһәтмәһе буйынса бында ниндәйҙер Бөтә изгеләрҙең православие храмын төҙөргә йыйыналар тигән хәбәр таралды.
2020 йылда ошо территорияның ситендә “ Здесь будет построен храм Всех Святых “ - тигән яҙыу барлыҡҡа килде. 2022 йылдың көҙөндә
төҙөлөш эштәре лә башланған кеүек. Сөнки ауыр йөк машиналары менән ҡаласыҡ территорияһынан грунт ташый башланылар.
Республика властарының бындай мәкерле эштәре башҡорт һәм башҡа милләт халыҡтарында ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы.
Башҡорт зыялылары, йәмәғәт ойошмалары, халҡы был тарихи хазина урынында ниндәйҙер храм төҙөүгә ҡәтғи ҡаршы талапта.
Шулай итеп, юғарылағы мәғлүмәттәр нигеҙендә «Башҡортостан ватансылары” республика йәмәғәт ойошмаһы, дөйөм йыйылыш ҡарары буйынса һеҙгә - Бөтә донъя кимәлендә эшләгән ойошмаға ошо мәсьәлә буйынса халыҡтың талабын республика Башлығы Р.Ф.Хәбировҡа, Рәсәй Президенты В.В.Путинға, Бөтә донъя халыҡтары кимәленә күтәреп ыңғай хәл итеүҙе талап итеп ҡуя.
"Башҡортостан ватансылары" рәйесе: С.Ф.Исмәғилов