Мәсет манаралары Мәсет манаралары, Манара аралары. Әйттерәләр-теттерәләр Замана балалары! (Халыҡ ижадынан). Мәсет манаралары, Манара аралары. Айы ауһа ла, айнымай Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. Ҡаршыһында сиркәү ҡора Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. Суҡынып мәкегә сума Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. Аҙан көтөп көтөк булғас, Аллаһы араланы... Мәсет манаралары, Манара аралары. Сиркәү сың ҡаҡҡанын көҫәй Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. Тәреле батальондарҙа Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. Ике мөфтөй “фатиха!” ти – Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. “Айы ауһа, тәре бар!” тир Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. Көмбәҙе лә ауһа, нишләр Замана балалары?.. Мәсет манаралары, Манара аралары. Башлыҡ шашлығынан шаша Замана балалары... Мәсет манаралары, Манара аралары. Иблискә ипләнә икән Замана балалары... 14.03.2023.