КАРТАЛАРҘА БАШҠОРТТАР.
Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй.
Башҡорт тамыры тәрән – донъя-ғаләм-тереклек яратылмыш мифик тәүзамандарға барып тоташҡан; шулай ҙа быны, белә-күрә тороп та, башҡорттоң үҙенән башҡалар күрергә лә, танырға ла теләмәй һымаҡ, сөнки айырым бәндәләргә хас эгоизм этностарҙы ла уратып үтмәгән: һәр ҡайһыныһы тәүбашта үҙ тамырын ҡайғырта, уны донъялағы иң-иң тәрәне итеп дәлилләргә, танытырға тырыша, ә ысынын (үҙҙәренән башҡаны) күрмәмешкә һалыша. Шунлыҡтан, бәғзеләрен әйтеп тә тормайынса, иң яҡын күршеләребеҙ, хатта үҙҙәрен башҡорттоң игеҙәк туғаны тип фәстереүселәр ҙә (ысынтылап төпсөнһәң, игеҙәк түгел, ә башҡорттан аҙмыш туғандар улар) ер йөҙөндә “башҡорт” тигән милләт барлығын оноторға, бүтәндәрҙән дә онотторторға тамшанып ыҙа сигә — барҙы юҡ тип иҫбатлауы еңел түгел. Империяның тынсыу сәйәси мөхитендә шуға ярашлы остаздарҙан ғилми дәрәжәләр алып, фән кандидаты, докторы, академик исемдәрен ғорур айбарлап йөрөткән үҙебеҙҙең “милли зыялы”ларыбыҙ араһында ла, үҙҙәренең хаҡ-асылын, тупрағын һәм тамырҙарын иҫләп тә тормайынса, кемдәрҙеңдер тишек “ғилми” кәмәһенә ҡырын ятып тыныс ҡына ағып барған “уҙаман”дарыбыҙ аҙ түгел. Улар хатта фәнни мәсьәләләрендә лә, һынау барышында шпаргалка көҫәгән шуҡ уҡыусыларҙай ҡолаҡтарын ҡарпайтып, фәҡәт юғарынан йә ян-яҡтан “күрһәтмә”ләрҙе ҡабул ҡылып доғалай ҡабатларға, кәрәк икән — алҡышлап ҡул сабырға йәтешләнгән. Ә ул “остаз күрһәтмәһе” күрәләтә Уралдағы башҡорт тамырын киҫә: йәнәһе, башҡорт ырыуҙары бында иртә урта быуаттарҙа ғына Алтайҙан һәм башҡа сит тарафтарҙан ел ҡыуалаған ҡамғаҡтарҙай тәгәрләп-күсеп килгән, беҙҙең эраның XI быуатына тиклем Уралда, башҡорттоң ғына түгел, ғөмүмән төрки заттың еҫе-ҡоҫо булмаған... Ошо “Алтай тәғлимәте”н уйлап сығарған колонизатор остаздарының көр һулышын йәндәренә һеңдергән был ҡустылар, теләйме-теләмәйме, үҙ тамырына сабылыусы балта һабы рәүешендә хеҙмәт итә шайтанға.
Әйтәйек, беҙҙең эраға тиклемге бик боронғо замандарҙан уҡ тарихи