КҮК УРАЛДЫҢ АҪАБАЛАРЫ.
Тарих һәм сәйәсәт.
Теләгән бер илдә, теләгән бер режим хакимиәтендә тарих фәне сәйәсәткә бәйле булды, була һәм буласаҡ, сөнки хакимлыҡ ҡылыусы партия, төркөм, монарх, диктатор һәм шулай уҡ илдә күпселек тәшкил итеп өҫтөнлөк алған этнос тарих тигән ҡөҙрәтле идеологик ҡоралды үҙ ҡулында тоторға, үҙ файҙаһына егергә — был өлкәнең монополисы булырға тырыша. Ошо классик хәл Рәсәй империяһының өҫтөнлөк итеүсе этносының мәғрифәтле вәкилдәре тарафынан булдырылған һәм шул этносҡа хеҙмәт иткән урыҫ тарих мәктәбенең күп быуатлыҡ эшмәкәрлегендә сағыла. Һуңғы 350 йыл буйына бөтә көстәренән улар был мәктәптең нигеҙҙәрен һипләне һәм өҫҡоролмаларын нығытты, империя ҡыҫаһындағы төрлө халыҡтарҙың империяға итәғәтле зыялыларын урыҫ тарих мәктәбе аша үткәреп тәрбиәләне, көслө дәүләт аппаратының бөтә сараларын ҡулланып, шул мәктәптең рухи ҡолдарының тотороҡло ҡатламын барлыҡҡа килтерҙе; быны үҙебеҙҙең сағыштырмаса аҙ һанлы халҡыбыҙҙың рухи тормошонда күп күрҙек һәм күрәбеҙ – империя мәктәптәре аша ғилми дәрәжәләргә ирешкән “белгес”тәребеҙҙең күпселеге, үҙ баштары менән түгел, ә “юғарынан” алмаштырып ҡуйылған сүлмәкбаш менән эшләй. Шуға күрә ошоғаса үҙебеҙҙең ысын тарихыбыҙҙы белмәйбеҙ, йәки, белһәк тә, өҫтөнән тапап үтәбеҙ. Ғалимдарыбыҙҙың шул ҡылыйлығы милли мәҙәниәт әһелдәренә күсә лә шулар аша хәтерһеҙлек сире халҡыбыҙға таратыла – маңҡорттарыбыҙ ярала. Бының күргәҙмәле һабағы итеп Башҡортостандың халыҡ шағиры дәрәжәһенә ирешкән һәм хатта ҡыҙыл империяның алтын йондоҙо менән бүләкләнгән инсаныбыҙ эшмәкәрлегенән бер-нисә үрнәк килтереү ҙә етәлер: