Башҡорттар һәм төрөктәр.
Боронғоларыбыҙҙы беләбеҙме?
Аяҡ аҫтыбыҙҙа ятҡан, эйелеп кенә алыуҙы көткән ҡатлам-ҡатлам ҡатмарлы, меңәр йыллыҡ фәһемле ғәзиз тарихыбыҙҙы, иҫебеҙ ҙә китмәйенсә, тапап йөрөй бирәбеҙ... Эйелеп алыусыны иһә күрмәҫкә лә ишетмәҫкә тырышабыҙ, йә булмаһа, ауыҙ йырып көләбеҙ. Әрһеҙлеген уғата туҡтатмаһа, фәҡир-фоҡор аңыбыҙҙың кимәленән уның оторо башы сурайып сығып торһа, суҡмар һаплап соңҡаһын сыңлатабыҙ...
Үҙем һымаҡ уҡ ҡәҙимгесә белемле, үҙемә ҡарағанда ла киң күңелле һәм эскерһеҙ йәштәшем бар — гәзит эшендә күҙе сыҡҡан күренекле журналист. Айныҡ сағында әллә ни өн өнәмәүсән шул уҙаман, саҡ ҡына “төшөрөп” алдымы, осратҡаны ғына һайын теле асылып китеп, теңкәгә тейгес бер үк мәрәкәһе менән һиңкәҙетә:
— Һе! Башҡорт гегемонсыһы! Беренсе башлап атты өйрәтеүселәр һәм һыбайланып менеүселәр, араса тәгәрмәсле арба яһап егеүселәр, металл иретеп ҡойоусылар һәм иң боронғо Арҡайым тәгәрмәсҡалаһын ҡороусылар — башҡорттар булған, тиһең инде һин, ә?! Ха-ха-ха! Ну шыттыраһың да инде һин, әй!
— Ни эшләйем һуң? Ысынлап та, шулайын-шулай булған бит!
— Шулайын-шулай булғанда ла шаулама! Кеше ышанмаҫлыҡ һүҙҙе, дөрөҫ булһа ла, һөйләмә, тип әйткәне бар ҙа инде Мостай Кәрим ағайым! Гегемонсы һин!
“Гегемонсы” тамғаһынан шаңҡыбыраҡ, күбеһенсә телемде тешләп уҙам, сөнки “башҡорттоң тарихы 1917 йылғы Бөйөк Оҡтябрь революцияһынан һуң ғына башлана” тип миңрәүләтелгән “зыялы” быуындың вәкиленән артыҡ нимә көтөргә? Бындайҙарҙы “нигилистар” тип кенә үҙенә хас мәргән нарыҡлай торғайны ла ул зирәк аҡыл ағайыбыҙ Лоҡман-Хәким Ғиләжев...
Диңгеҙ аръяғында ятҡан ҡәрҙәш халыҡ төрөктәрҙә беҙҙеке ише “нигилистар” бармылыр, булһа әгәр, нисек аталаларҙыр — асыҡ ҡына белмәйем. Әммә инде үҙебеҙгә килгәндә, донъя-ғаләмебеҙҙең үҙе менән үк бер йәштәге тип әйтерлек сап-сал Урал бөркөтө — иң боронғо халыҡ була тороп та, үҙебеҙҙең үк бик боронғоно бер һаплам еп оҙонлоҡ та күҙ аллай алмауыбыҙҙы аяныслы таныйыҡ та урта быуаттарҙа ғына үҙ алланып тәпәй баҫҡан ҡан ҡәрҙәшебеҙ төрөктән был йүнәлештә әллә ни күпте көтөүҙән тыйылайыҡ...
Туғандарса тураһын ғына әйткәндә, төрөктә лә “башҡортса” хәл икән шул: үҙҙәренең Ғоҫман дәүләтен беренсе башлап ҡороусыларҙың төбөн-тамырын әлегәсә асыҡлап бөтмәгәндәр, милләт өсөн был бик мөһим башланғыс осор фәҡәт еңелсә имеш-мимеш, риүәйәт һәм легендалар рәүешендә генә һөйләнеп килә икән (М.А.. Гасратян, С.Ф. Орешкова, Ю.А. Петросян. Очерки истории Турции. М., 1983, 18-се бит. Артабан “Очерки” тип алына). Һәм Төркиә тарихын, тап беҙҙәге кеүек үк, төрөктәрҙең үҙҙәренән дә бигерәк, сит ил тарихсылары яҙғанлыҡтан, күбеһенсә шуларға таяналар һәм дә ки таянабыҙ...
742 йылда Көнбайыш Төрки Ҡағанат ҡолатылғас, Уралдан Урта Азияға һәм һуңыраҡ унан — хәҙерге Төркиә биләгән Кесе Азияға тарихсылар тарафынан “төрки-оғуз” тип тамғаланмышсаф аҫаба ырыуҙарыбыҙ ағыла. Ә был ырыуҙарҙың тәғәйен исемдәре, шулай уҡ хәҙерге Төркиә еренә (Анталияға) улар ҡайҙан һәм ни сәбәпле килгәндәре лә аҙмы-күпме билдәле: “...Четыре тюркские племени — печенеги, баджгарды, нукарда и баджна в результате ожесточенных сражений с огузами, кимаками и карлуками ушли из Приаралья и оказались в Малой Азии. Оҡоло 932 — 933 гг. эти племена вторглись в пределы Византии” (Агаджанов С.Г. Очерки истории огузов и туркмен Средней Азии IХ — ХIII в.в., Ашхабад, 1969). Бындағы “печенег” (йәки “баджна”) һәм “баджгард” (башҡорт) — бик боронғо башҡорт-бәжәнәк ҡәбиләһенең ике сатаҡ-ырыуы ул (ғәмәлдә башҡорт!), ә “нукарда” (нуғай-урҙа) тигәндәре — уғата боронғораҡҡы Үҫәргән-Ҡаңғы ҡәбиләһенең сатаҡ-ырыуҙары булып, йыйыныһы саф башҡорттар икәнлеге һәм уларҙың Башҡортостан көньяғынан (“Арал яғынан”) ҡубыныуҙары ап-асыҡ. Шулар араһынан тарихсылар яҙған Ҡыныҡы (Ҡаңғы) ҡәбиләһенең (башҡорт ҡаңғылары!) бер сатағы булған Һалъйыуыт ырыуы (башҡорт һалъйыуыттары!) тарихи бер осорҙа ифрат та ҡеүәтләнеп, ХI быуаттың икенсе яртыһында Урта Азиянан алып Урта диңгеҙгәсә йәйрәп ятмыш “Бөйөк Һалъйыуыт” империяһын төҙөй.
XI — ХII быуаттарҙа улар ҡатарына алыҫ төньяҡ-көнбайыштан (Уралдан!) тағы ла бәжәнәк (Башҡорт!), уз, ҡоман (Үҫәргән!) ҡәбиләләре эркелә (бөтәһе лә башҡорт бабаларыбыҙ!) һәм, шунда төпләнеп-үрсеп, нығынып, хәҙерге Төркиә дәүләте биләгән ер ҡәүемдәре телдәренең башҡорт теле тәьҫирендә төркиләшеүенә — хәҙерге төрки телдәренең “оғуз төркөмө” хасил булыуына килтерә (“Очерки”, 4 — 5-се биттәр). Беренсе бөйөк тюрколог Мәхмүт Ҡашғариҙың 1072 — 1078 йылдарҙа яҙып тамамлаған төрки телдәре һүҙлегендә: “иң еңел (йәғни ҡатнаш. — Й.С.) тел — оғуздар теле, иң дөрөҫ һәм иң шәп тел — тухси (йәғни “Туҡсаба” оранлы Үҫәргән. — Й.С.) теле һәм яғма (?) теле”, — тип билдәләй һәм уйғурҙар иленә тиклем үк һуҙылмыш арауыҡтағы Или, Иртыш, Йомар (Һамар. — Й.С.), Иҙел йылғалары буйындағы (боронғо Башҡортостандағы! — Й.С.) халыҡтарҙың да телдәрен “дөрөҫ төрки”, тип яҙа. Ошо “дөрөҫ төрки” телдә һөйләшеүсе бабаларыбыҙ Кесе Азияла — хәҙерге төрөк, ә Урта Азияла төрөкмән телдәренең милли тел булып ҡалыплашыуына ла үҙ өлөшөн индерә (төрөкмән телендәге “ҫ”, “ҙ” өндәре — тап шул “башҡортлоҡ”тоң күрһәткестәре).
1092 йылда ошо “Бөйөк Һалъйыуыт” империяһы емерелгәс, урынына шул уҡ һалъйыуыттар (башҡорттар!) етәкселегендәге эреле-ваҡлы солтанаттар барлыҡҡа килеп, ХII быуатта улар яңынан шул уҡ һалъйыуыттарҙың ҡеүәтле һәм берәгәйле Рум солтанатына әүерелә; ХIII быуатта шуның ҡап-яртыһы, татар-монголдар ҡыҫымы аҫтында ҡалып, үҙ аллылығын юғалта. Ә илдең икенсе яртыһында, Көнбайыш Анталыла, төрки бабаларыбыҙҙың үҙҙәренең ырыу башлығы бейҙән башҡа бер кемгә лә буйһонмаған егермеләп бейлеге хасил булып, Ирандағы татар-монголдарҙың һәм Мысырҙағы мәмлүктәрҙең ике яҡлап тирмән ташылай ҡаты ҡыҫымы араһында ҡыйғыр ҡылыс менән генә көн күреүсе “мәңгелек яугирҙәр” хәлендә йәшәй башлай был ҡәүемдәр. Тап бына ошо яугир бейлектәр араһынан ҡалҡып сыҡҡан һәм Ғоҫман дәүләтенең (хәҙерге Төркиәнең) беренсе нигеҙ ташын һалған һәм артабан дауам иттерткән Иртоғрил бәһлеүәндең асылда кемлеген, ҡайҙан һәм ҡайһы ырыуҙан килеп сыҡҡанлығын әлегәсә бер кем дә төплө генә белмәгәнлектән, шуны тәрән башҡорт хәтеренә таянып билдәләү бурысы тора (гәрсә авторға, баяғыса, “башҡорт гегемонсыһы” тигән яманат янаһа ла!). Сөнки тарих фәненең үҫеше үҙе быға этәрә бит: үҙебеҙгә билдәле булған мәғлүмәтте, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарға ҡарамай, артабанғы тикшеренеүселәр алдына һалыу фарыз. Ә үҙ тарихын һанламаған — үҙен дә абайламаған; үҙен абайламағанды эттәр ҙә абалаған. Ошоноң тап сағыу киреһе булараҡ, үҙ халҡының сонтор тарих ҡынаһын, юҡтан да бар ҡылып, байытырға тырышыусы егәрлелектең ташҡа баҫылған миҫалы алдыбыҙҙа (“Известия” гәзитенең 2001 йылғы 8 июнь һанында Париждағы үҙхәбәрсеһе Эльмар Гусейнов мәҡәләһенән):
“Татары вернулись! Тысячелетие Казани отмечают в Париже.
Генеральный директор Юнеско господин Мацура вышел из своего кабинета... татарином...
Татары вновь (?! – З.С.) вернулись в Париж. Искрометная конница с берегов Волги, вступившая во французскую столицу весной 1814 года (как всему миру известно, была эта башкирская конница! – З.С.), оставила тогда неизгладимое впечатление у местного населения. И вот — снова дни Татарстана (?!. – З.С.) в самом сердце Франциии...
На вопрос корреспондента “Известий” о том, как он себя здесь чувствует, Минтемир Шаймиев ответил с юмором:
— Нам не привыкать брать столицы...”
Бына бит ул! – 1814 йылда Рәсәй ғәскәрҙәре сафында Парижды алған башҡорт полктары, данлыҡлы «төньяҡ амурҙары», күҙ асып йомғансы татарға әүерелтелгән!.. Бирһен хоҙай, татарға ла тарих һәм дан танһыҡтыр, күршенекен сәлдерелмеш булһа ла! Ташҡа баҫылып сыҡҡас, ысынлап та шулайҙыр, тип уйлайҙар... Әммә бында хатта ки “башҡорт гегемонсылығы”н ҡыйратыусы баяғы “нигилистар”ыбыҙға ла салҡая биреп хахылдарлыҡ асы “хикмәт” бар: тимәк, Наполеон илбаҫарҙарынан “Рәсәй-әсәй”ҙе ҡурсаламаҡҡа үҙ хәленән егерме һигеҙ атлы полкын төҙөп ебәргән һәм Мәскәү тупһаһы Бородинонан — Парижғаса һуғышып барып еткән, Францияның шул баш ҡалаһына беренселәр сафында бәреп кергән, егетлектәре менән француздарҙы ла, башҡаларҙы ла таң ҡалдырған башҡорт бабаларыбыҙ ҙа был донъяла һис бер ҡасан булмаған... йәки... татар булған (әстәғәфирулла тәүбә!)...
Дөрөҫ һүҙҙе, тимәк, кеше ышанмағанда ла, һөйләй барыу хәйерле.
“Кто владеет прошлым — владеет будущим”, — бөйөк аҡыл эйәһе Никколо Макиавелли (Италия) биргән аҫыл һабаҡ был...