БАШҠОРТТАР ҺӘМ ТӨРӨКТӘР (дауамы)
2. Төркиә тупрағы — борон-борондан төркиҙәрҙең төйәге.
Мифик “атан-аҡ-абар”ға (ата-аҡ-бүрегә) эйәреүсе Үҫәргән-Ҡаңғы ҡәбиләһенең төньяҡ-көнсығыш сатаһын шул исемдең бер аҙ ҡыҫҡартылышында “данаҡ-абар//танаҡ-абар” тип атағандар; урта быуаттарҙа иһә ошо исем шул уҡ Үҫәргән-Ҡаңғынан саталанмыш яңы (бала) ырыуға бирелеп, әлеге көндәге “Түңгәүер” булып йөрөй... Бик боронғо (хәҙерге “Түңгәүер”гә тиклемге) замандарҙа Уралдан алып Ҡафҡазғаса, артабан Көнсығыш Европа үтәләй Италия һәм Грецияғаса барып еткән был Үҫәргән тармағы абарҙар (йәки хәҙерге Ҡафҡаздағы алмашынған телле аварҙар). Әйткәндәй, Үҫәргән башҡорттарының мифик Әсә-Бүрегә эйәреүсе икенсе яртыһы, йәғни б.э. тиклем VII — V быуаттарҙа тап ошо Тәүтөйәгебеҙҙә (Иҙел — Урал далаларында) гөрләтеп донъя көткән һәм тарихсыларға “савромат” исеме менән билдәле булған, ә аҙаҡ килеп шул исемдең ҡыҫҡартып әйтелешендә “сармат” тип аталып, б.э. тиклем III быуат — б.э. IV быуаттарында Уралыбыҙ артындағы (эйе, “аръяғы”ндағы түгел, сөнки һыуҙың ғына — аръяғы, ә тауҙың арты була!) Тубылғы (Тобол) йылғаһынан алып Көнбайыштағы Дунай йылғаһынаса йәйрәп йәшәгән данлы бабаларыбыҙҙың да “Әсә-бүре-аба-т”тар икәнлеген (һуңғы “т” — боронғо күплек ялғауы), йәғни ҡыҫҡартып-шымартып әйтелештәге “сәбүрабат”тар — “савромат”тар булғанлығын етди тикшереп ҡараусы ла, телгә алыусы ла юҡ. Ошо уҡ Үҫәргән ҡәбиләһе “савромат”тың баяғы изге ата-бүре “сары-ата-аба”ға (һоро-ата-апаға) эйәреүсе бер сатағы сарабата//сарамата (сармат) — жарамата//юрматы тип атала башлай — хәҙерге башҡорт халҡының Юрматы ырыуы кешеләре...
Үҫәргән тармағы данаҡ-абарҙарҙың заманында бөйөк Көн-Өфө (Ҡәнифә) юлы буйлап алыҫ көньяҡ-көнбайышҡа китмеш бөйөк сәфәр эҙҙәрен улар йәшәп уҙа барған һәм уларҙың “танаҡ//данаҡ” исеме ҡушылған ер-һыу атамаларында күрәбеҙ: Көньяҡ Уралдағы танаҡ-улаҡ (Таналыҡ) йылғаһы (борон ул Яйыҡ баштарының береһе һаналған) — Дон (данаҡ) йылғаһы — Днепр (данаҡ-абар) йылғаһы — Дунай (данай) йылғаһы — Балҡан ярымутрауы (был исемде лә үҙебеҙҙең Тәүтөйәк тауы Балҡандан алып барып биргәндәр)...
Ғөмәрҙең (Гомерҙың) “Илиада” эпосындағы шул данайҙар (йәғни ата-бүрегә эйәреүсе үҫәргәндәр) б.э. тиклем ХIII быуатта уҡ үҙебеҙҙең ҡаңғылар йәки боронғо хөрмәтләп әйтелештәге “ҡан-аҡай”ҙар (“Илиада”лағы аҡайҙар — ахейҙар) менән тығыҙ берлектә ошо Кесе Азиялағы (хәҙерге Төркиәләге) атаҡлы Троя ҡалаһын яулап алыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был яулауҙы ойоштороусы аҡайҙар (“Илиада”лағы ахейҙар) иһә, әле генә әйтә биреп ҡуйыуыбыҙса, шул уҡ Үҫәргәндең Әсә-Бүрегә эйәреүсе сатаһы ул, йәғни баяғы аҡан-аҡай — Ҡанаҡай//Ҡаңғы ырыуы тап үҙе булып тора; Ғөмәр әҫәрендә иһә был этнонимдың ҡыҫҡаҡланмыш икенсе яртыһы “аҡай” (ахей) телгә алынған. Ҡаңғыларҙың (аҡайҙарҙың) ҡасандыр шунда йәшәгәнлеген ундағы Аҡай (Ағай, Эгей) диңгеҙ исеме лә шаһитлай. Хәҙерге Төркиә тупрағында б.э. тиклем икенсе мең йыллыҡта — башҡорт ҡатайҙарының (хеттарҙың йәки хаттарҙың), ә беренсе мең йыллыҡта башҡорт һарттарының дәүләттәре лә күкрәп сәскә атҡанлығын яҙғайныҡ...
1453 йылда 2-се Мәхмүт солтан етәкселегендәге төрөк бабалары христиандарҙың шундағы шанлы ҡәлғәһе булған Константинополде (Истанбулды) һуғышып алғандан һуң, бөтә Көнбайыш христиандар донъяһы уларға ҡаршы хөсөтләнеп, “тәре һуғышы” әҙерләй башлағас, Көнбайыш Европа илдәрендә баяғы 2-се Мәхмүт солтандың Рим папаһы Николай 5-сегә яҙған хаты тарала; ошо яҙмаһында төрөк солтаны, “төрөктәр кеүек үк, шул уҡ Троя халҡының вариҫтары булған итальяндарҙың” уға, йәғни үҙҙәренең тарихи ҡан ҡәрҙәштәре булған төрөк солтанына, дошманлыҡ ҡылыуҙарына аптырауын белдергән; ә бер нисә тиҫтә йыл алдараҡ шул уҡ итальяндар кардиналы Исидор ҙа төрөктәрҙең, итальяндар кеүек үк, тевкр (йәғни Троя халҡы) вариҫтары икәнлеген раҫлап сыҡҡан булған (С. Рансимен. Падение Константинополя в 1453 году. М., 1983, 149-сы бит), ә Рим ҡалаһын нигеҙләүсе башҡорт бабаларыбыҙ тураһында “Хәтерхитаб”ымда (“Ағиҙел”дә “Башҡорт хәтере” тип баҫылды) ентеклерәк яҙғайным. Быларҙан иһә Ғөмәр “Илиада”һындағы боронғо Троя ҡалаһының халҡы ла шул үҙебеҙҙең аҫаба башҡорттар булғанлығы аңлашыла, сөнки ул Троя халҡының гректар үҙҙәренсә боҙобораҡ теркәп ҡалдырған атамаһы “тевкр” — үҙебеҙҙең “төп-ҡор” булып, был иһә киң билдәле “баш-ҡор” (күплек һанда “башҡорт”) этнонимының варианты икәнлеге ап-асыҡ (төрөктәрҙең дә башҡорттарға кендеге береш, тимәк)...